Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 220 мең тонна самаһы шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың 17 районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара. Бөгөнгә майҙандарҙың 14 процентында тамыраҙыҡтар йыйып алынған. Көйөргәҙе районында ураҡ юғары темптар менән бара, бында майҙандарҙың 52 процентында сөгөлдөр алғандар.

Гектарынан уртаса уңыш 301 центнер тәшкил итә, 2018 300 тонна тамыраҙыҡ ҡаҙылған. Әле бөтәһе планлаштырылған 1 миллион тонна уңыштың биштән бер өлөшөнән ашыуы йыйылған.

Заводтарға яҡынса 106 мең тонна оҙатылған. Уңыш буйынса иң яҡшы күрһәткестәр стәрлетамаҡтарҙа, улар гектарынан 350 центнер ала; ҡаҙыу һәм сығарыу буйынса шишмәләр алда килә — 52 һәм 34 мең тонна.

Республиканың өс шәкәр заводында 89 мең тонна әҙерләнгән, шуның яртыһы тиерлек эшкәртелгән. Һөҙөмтәләр буйынса Шишмә заводы тәүге урынды биләй, унда 31 мең тонна тамыраҙыҡ әҙерләнгән һәм 25 меңе эшкәртелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть