Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер – хакимиәт

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфө йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер. Ҡала хужалығының ҡышҡа әҙерлек паспортына ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Был ресурс менән тәьмин итеүсе предприятиелар йәшәйеш системаларын һәм ҡорамалдарын ремонтлау эштәрен тамамланы тигәнде аңлата. Мәҫәлән, «Өфө инженер селтәрҙәре» 5 саҡрым оҙонлоҡтағы 17 йылылыҡ селтәрҙәре участкаһын алмаштырҙы. «БашРТС», резерв линияларын файҙаланып, ҡышҡы осорҙа ла йылыны һүндермәйенсә үҙенең объекттарын ремонтлауҙы дауам итәсәк. 21 саҡрым оҙонлоҡтағы 40 участканы төҙөкләндереү ҡаралған.

«Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләү өсөн 4,5 мең саҡрым газ үткәргес әҙерләгән. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә «Ново-Александровка» газ бүлеү станцияһынан алып «Тимашев» төп газ көйләү пунктына тиклем газ селтәрен һуҙыу буйынса эштәр алып барыла.

«Өфө һыу каналы» 4,73 саҡрымлыҡ һыу үткәргес селтәренә һәм 1,74 саҡрымлыҡ канализация селтәренә капиталь ремонт үткәргән. «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө ҡала электр селтәрҙәре предприятиеһы ҡаланың көньяҡ өлөшөндәге үҫешеүсе биҫтәләрҙе һәм ҡасабаларҙы электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырыу маҡсатында эштәр башҡарған.

Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренә ярашлы, һауа температураһы биш көн дауамында +8 градус һаҡланһа, өйҙәргә йылы бирелә башлай. Социаль объекттарҙа учреждение етәкселәренең ғаризаһы буйынса йылыны иртәрәк тә биреүҙәре ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть