Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Салауаттағы экологик хәлде баһаланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының әүҙем ағзалары Салауаттағы экологик хәлде баһаланы. Ҡалала республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумының күсмә ултырышы үтте.

Сарала ҡатнашыусылар «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты, экологик мәсьәләләрҙе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерҙе, тип хәбәр итте ойошма етәксеһе Рәшиҙә Солтанова.

Салауатҡа сәфәрҙең төп маҡсаты мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарының эше менән танышыу ине. Ҡунаҡтар Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжында, «Алмаз» спорт мәктәбендә булды, инновацион белем биреү программалары, күп балалы ғаиләләргә һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә бассейн, галокамера, тренажер залы хеҙмәттәрен күрһәтеүҙең әҙер схемаһы менән танышты.

Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы ағзалары балалар дауаханаһының эшмәкәрлеге менән дә танышты, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараны, «Юрматы ере» мемориаль комплексына сәскә һалды.

«Бындай сәфәрҙәр Ҡатын-ҡыҙҙар союзына урындарҙа социаль йүнәлешле ойошмаларҙың үҙенсәлеген яҡшыраҡ өйрәнергә, уларға осраған ҡаршылыҡтарҙы аңларға, бергәләп уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә һәм эште тейешлесә алып барырға мөмкинлек бирә. Салауатҡа сәфәр барышында беҙ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн инклюзив белем биреү системаһын тормошҡа ашырыуҙың яҡшы миҫалын күрҙек. Ошо ыңғай тәжрибәне республиканың башҡа муниципалитеттарына ла таратырға кәрәк», — тип иҫәпләй Башҡортостадың Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть