Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Бөйөк Британия фотографы Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын һәм Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙе төшөрөргә килә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Сентябрҙең икенсе яртыһында Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге саҡырыуы буйынса Бөрйән районына Бөйөк Британиянан танылған фотограф Робби Шон (Robbie Shone) килә. Билдәле фотографтың Башҡортостанға сәйәхәтенең маҡсаты — тәбиғәттең хозурлығын, шулай уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһендәге бар донъяға танылыу алған һүрәттәрҙе фотоға төшөрөү, тип хәбәр иттеләр ғилми-етештереү үҙәгендә. Белгестәр фекеренсә, Робби Шондың эштәре үҙенсәлекле мәмерйәне яңы ракурстан күрергә мөмкинлек бирәсәк.

Шүлгәнташ мәмерйәһе донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йылдан-йыл үҙенә күберәк йәлеп итә. Һуңғы дүрт йылда тарихҡа тиклемге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе өйрәнеү өсөн Башҡортостанға Франция, Испания, Австрия, Андорра, Венгрия һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар килде.

Робби Шон мәмерйәләге объекттарҙы төшөрөү менән шөғөлләнә һәм National Geographic телеканалының рәсми фотографы булып тора. Уның фотоһүрәттәре GEO, Intelligent Life, Stern and View кеүек баҫмаларҙа донъя күргән. Ул бер нисә милли һәм халыҡ-ара наградаға лайыҡ булған. Йыш ҡына конкурстың жюри ағзаһы һәм докладсы сифатында ҡатнаша. Робби Шон Ҡытайҙың, Папуа-Яңы Гвинеяның, Борнеоның, Венесуэланың, Мексиканың, Үзбәкстандың, Судандың, Вьетнамдың, Пикустың, Альптың һәм Крит утрауының алыҫ райондарына мауыҡтырғыс фотоэкспедицияларға барған. Ул шулай уҡ Калифорнияла разведка төркөмдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән һәм Португалияла, Швейцарияла, Австрияла ғалимдарҙың эшен документлаштырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть