Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Владимир Путин оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Президенты оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә: «Үҙенсәлекле, бөтә донъяға билдәле ҡорал өлгөләрен барлыҡҡа килтергән ижади оҫталар, инженерҙар, конструкторҙар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Ватаныбыҙҙың хәрби, батырҙарса тарихында Павел Захава, Сергей Мосин, Георгий Шпагин, Михаил Калашников кеүек талантлы ҡоралсыларҙың исемдәре мәңгелеккә ҡаласаҡ.

Беҙҙең көндәрҙә оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереүгә дәүләт тарафынан өҫтөнлөклө иғтибар бүленә. Уның ғилми, тикшеренеү базаһы камиллаштырыла, алдынғы технологиялар уйлап сығарыла һәм производствоға индерелә. Белгестәр әҙерләүҙең сифатын күтәреү өсөн күп нәмә эшләнә. Артабан да намыҫлы эшләрһегеҙ, ҡуйылған бурыстарҙы яуаплы хәл итерһегеҙ, илебеҙҙең оборона һәләтен һәм милли именлеген нығытыуға булышлыҡ итерһегеҙ тип ышанам. Һеҙгә уңыштар һәм иң изге теләктәр юллайым».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть