Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Мәскәүҙә Башҡортостандың конгресс-күргәҙмәләр ҡеүәте менән таныштырҙылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Мәскәүҙә «Event LIVE» форумында ивент-индустрия профессионалдары һәм уларҙың заказсылары өсөн Башҡортостандың конгресс-күргәҙмәләр, туристик һәм MICE-мөмкинлектәре менән таныштырыу сараһы уҙҙы.

«Башҡортостан тәүге тапҡыр ивент-саралар үткәреүгә арналған махсус форумдың төбәк-партнеры булды. Башҡортостандың «Офис-төркөм» Конгресс-бюроһы эгидаһы аҫтында республика делегацияһына «Урал легендаһы» тау курорттары («Яҡтыкүл», «Юбилей» шифаханалары, «Абҙаҡ» курорты), Өфөләге Holiday inn Ufa һәм Hilton Garden inn Ufa Riverside конгресс-отелдәр, Рәсәйҙәге ҙур Dasko Garden ресторан комплексы инде. Республиканың үҙенсәлекле мәҙәни һәм милли традицияларын асҡан MICE-программалар менән таныштырыу булды. Уларҙы Башҡортостандың Конгресс-бюроһы Өфө ивент-патрнерҙары менән берлектә әҙерләгән», — тип хәбәр итте Башҡортостандың «Офис-төркөм» Конгресс-бюроһының аналитика департаменты начальнигы Екатерина Телина.

Рәсәйҙең эшлекле туризм өлкәһендәге эксперттары республиканың туристик һәм конгресс инфраструктураһы сифатын һәм төрлөлөгөн билдәләне.

«Башҡортостандың «Офис-төркөм» Конгресс-бюроһының төп бурысы — республиканы Рәсәйҙең заманса һәм уңайлы конгресс-күргәҙмәләр биләмәһе булараҡ үҫтереү, территорияға ҙур саралар йәлеп итеү. Ошо эш барышында күсмә презентациялар әҙерләйбеҙ , Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә эшлекле туризмға, MICE сегментына бағышланған махсус күргәҙмәләрҙә һәм форумдарҙа ҡатнашырға ниәтләйбеҙ. Ошо йүнәлештә берлектә эшләү өсөн республика ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының төп уйынсыларын берләштерергә теләйбеҙ. «Event LIVE» форумында ҡатнашыу Башҡортостанға беренсе тапҡыр илдең MICE һәм эшлекле туризмына үҙе хаҡында яңы, тулы ҡеүәтле йүнәлеш булараҡ белдерергә мөмкинлек бирҙе», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостандың «Офис-төркөм» Конгресс-бюроһы директоры Николай Фадеев.

MICE — төрлө корпоратив саралар ойоштороу һәм үткәреү менән бәйле эшлекле туризм индустрияһы өлкәһе. MICE төшөнсәһе дүрт төп йүнәлештән тора: meetings — корпоратив осрашыуҙар, презентациялар, һөйләшеүҙәр, incentives — дәртләндереүсе программалар һәм турҙар, тимбилдингтар, персоналды уҡытыу, корпоратив байрамдар, conferences — конференциялар, конгрестар, съездар, форумдар, семинарҙар, exhibitions — күргәҙмәләр, имидж саралары (фестивалдәр, хәйриә концерттары), PR-ваҡиғалар һәм матбуғат турҙары. Баҙарҙың төп ҡатнашыусылары — махсуслаштырылған MICE- һәм event-агентлыҡтар, конгресс-бюроһы, күргәҙмә үҙәктәре һәм корпоратив саралар уҙғарыу өсөн төрлө майҙансыҡтар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть