Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Башкиравтодор» йәмғиәтендә яңы етәксе — республиканың Рәсәй президенты ҡарамағындағы элекке тулы хоҡуҡлы вәкиле

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

15 сентябрҙә республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылған Артур Шәйнуров «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. 18 сентябрҙә предприятиеның директорҙар советы уның кандидатураһын хупланы. РБК-Өфө мәғлүмәте буйынса, компанияның элекке генераль директоры Фаат Хәлитов тармаҡта эшләргә ҡала.

Артур Шәйнуров 2013 йылдың июненән алып Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләне. Бынан алда «РОСТЭК» федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры — Санкт-Петербургтағы «РОСТЭК-Төньяҡ-Көнбайыш» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть