Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Благовещен ҡалаһында косметик һәм ярҙамсы текстиль матдәләр заводын төҙөргә ниәтләйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы инвесторға Благовещенда косметик һәм ярҙамсы текстиль матдәләр етештереү заводын төҙөү өсөн Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан аҡса алырға ярҙам итәсәк. Был — 300 миллион һумға льготалы кредит һәм инфраструктура объекттарын төҙөүҙә, реконструкциялауҙа ярҙам.

Ведомство Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды, Благовещен районы хакимиәте, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән видеоконференция үткәрҙе. Һөҙөмтәлә ғариза яҙырға тигән ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.

Ярҙамсы текстиль матдәләр — тәбиғи һәм химик сүстәрҙе эшкәртеүгә яҡшы йоғонто яһаған махсус препараттар. Ошо матдәләр туҡыма әйберҙәр етештереүҙә һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуҙа файҙаланыла. Улар ярҙамында туҡымалар төрлө үҙенсәлектәргә, мәҫәлән, статик көсөргәнеште кәметеү, материалдарға һыу үткәрмәүсәнлек сифаттарына эйә була ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть