Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡортостан халҡын «Таҙа республика» экологик акцияһына саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы әүҙемдәре «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә Сипайловола Ҡариҙел йылғаһы буйында экологик акция ойоштора. Өфөләрҙең яратҡан ял итеү биләмәһен таҙартыуҙа ҡаланың битараф булмаған кешеләре, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, республиканың дәүләт Йыйылышы, ҡала советы депутаттары ҡатнаша.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республикалағы «Генераль йыйыштырыу» проекты координаторы Морат Шафиҡов әйтеүенсә, Ҡариҙел буйындағы өмә — 23 сентябрҙә Башҡортостандың күп кенә муниципаль берәмектәрендә үтәсәк «Таҙа республика» экологик акцияһының тәүге этабы ул.

«Таҙа республика» барышында ойошманың «Генераль йыйыштырыу» экологик проектының интерактив картаһында билдәләнгән законһыҙ сүплектәр юҡ ителәсәк, — тине Морат Шафиҡов. — Акцияның төп маҡсаты — төбәктәге экологик хәлде яҡшыртыу, халыҡтың тирә-яҡ мөхиттең торошо өсөн яуаплылығын арттырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын стихиялы сүплектәр проблемаларына йәлеп итеү һәм экомәҙәниәт тәрбиәләү. Граждандарҙың әүҙемлеге буйынса бөгөн бының төбәк өсөн ни тиклем мөһим булыуын күрәбеҙ. Көн һайын беҙгә берлектәге акцияға ҡушылырға теләүселәрҙән ғаризалар килә. «Таҙа республика» төбәктең санитар торошона битараф булмаған һәм рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә үҙ өлөшөн индерергә әҙер кешеләрҙең һәммәһен дә берләштерер, тип ышанабыҙ».

Республикала йәшәүселәрҙең барыһын да «Таҙа республика» экологик акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ.

20 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә М. Рыльский һәм Яр буйы урамдары киҫелешендә осрашабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть