Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

2000-дән ашыу йүгерек Өфөлә Милләттәр кросына йыйыласаҡ

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә 2000-дән ашыу йүгерек Милләттәр кросына йыйыласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың иҫәбе һәм географияһы буйынса ҙур спорт сараһы кесе йома, 21 сентябрҙә, үтә.

Стартта дөйөм белеү учреждение, урта махсус һәм юғары уҡыу йорто уҡыусылары, баш ҡаланың спорт коллективтары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ ойоштороусылар барлыҡ теләк белдереүселәрҙе саҡыра, бының өсөн тейешле әҙерлек һәм медицина рөхсәте булырға тейеш.

Октябрь районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитетында хәбәр итеүҙәренсә, йүгеректәргә 2000 метр аралыҡты («Ҡашҡаҙан» күле буйлап бер түңәрәк) үтергә кәрәк. «Ҡашҡаҙан» ял итеү паркында көндөҙгө сәғәт 3-тә «Милләттәр кросы»на старт бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть