Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яңы мәсет асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы районының Туҡай ауылында яңы мәсет асылды. Ауылдың 250 йылдан ашыу тарихында был дүртенсе мәсет – элеккеһе 1935-1937 йылдарҙа һүтелә. Мәсет 2014 йылдан Туҡай ауылы халҡының, ошо ауылдан сыҡҡан кешеләрҙең һәм бағыусыларҙың ярҙамы менән төҙөлә.

Дин йортон асыу тантанаһында Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов яңы мәсет Туҡай һәм эргәләге ауыл халҡының рухи үҫешенә; 132 меңдән ашыу төрлө милләт вәкиле дуҫлыҡта, татыулыҡта, бер-береһен ихтирам итеп йәшәгән Туймазы ерендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк тип билдәләп, ошо мәсетте һалыуға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтен белдерҙе, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть