Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Мобиль телефондар өсөн башҡорт теленең һүҙлеге – ул ни бары ваҡыт мәсьәләһе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡорт теленең электрон һүҙлеге бөгөнгө көнгә Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының иң перспективалы эштәренең береһе булып тора. Ошо ғилми учреждениеның директор урынбаҫары Тимур Мөхтәров иҫәпләүенсә, Өфө ғалимдарының асышын мобиль телефондар өсөн «Башҡорт теленең һүҙлеге» ҡушымтаһын эшләү өсөн файҙаланырға мөмкин.

«Уны эшләү – ул ни бары ваҡыт мәсьәләһе генә. Беҙҙең үҙәктә башҡорт һүҙлегенең электрон базаһы булдырылған, уға 40 мең һүҙ инә. Был Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты коллективының интеллектуаль мөлкәте һәм әлегә башҡа бер ниндәй учреждениеның да бындай базаһы юҡ», — тип хәбәр итте Тимур Мөхтәров.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн ошондай программаны әҙерләргә теләгән энтузиастар байтаҡ, әммә уларҙың мәғлүмәттәр базаһы юҡ.

«Уларға уны бер кем дә бирмәйәсәк, сөнки уға авторлыҡ хоҡуғы бар. Ул ситтән генә еңел һәм ябай күренә. Әммә ысынында иһә проект рәсми рәүештә заказ алғанда ғына тормошҡа ашырыла ала. Шул саҡта авторлыҡ хоҡуғы менән дә мәсьәлә көйгә һалынасаҡ», — тип аңлатты ғилми үҙәк вәкиле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть