Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан сенаторы Филиппинда халыҡ-ара мәсьәләләрҙе хәл итә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй парламентының үрге палата сенаторы Рафаил Зинуров рәсми сәфәр менән Филиппин Республикаһында. Башҡортостан вәкиле Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһының Парламент-ара ассамблеяһының 38-се Генераль ассамблеяһында ҡатнаша. Рафаил Зинуров Федерация Советы ағзаларынан һәм Дәүләт Думаһы депутаттарынан торған Рәсәй делегацияһына инә.

Башҡортостан сенаторы билдәләүенсә, халыҡ-ара саммитының көн үҙәгендә – Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһының ун Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләтен берләштереүсе халыҡ-ара ойошма менән хеҙмәттәшлеге. Ике ойошма партнерлығын төрлө өлкәләрҙә ғәмәлгә ашырыу күҙаллана, шул иҫәптән тәбиғәт ғәрәфәттәре, терроризм һәм ирекһеҙ экстремизм, кешеләр менән сауҙа итеү, наркотик матдәләрен һәм контрабанда яғыулығын һатыу менән көрәшеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть