Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика халҡының Яңы йылда нисек ял итәсәге билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙәр ғинуарҙа — ун көн, өс тапҡыр өс көн һәм бер тапҡыр дүрт көн (8 мартҡа) ял итә аласаҡ.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Рәсәйҙә хәҙер 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар эшләмәгән байрам көндәре – яңы йыл каникулдары; 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы; 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө; 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө; 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы; 9 май – Еңеү көнө; 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.

Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән һәм хәҙер хөкүмәт тарафынан хуплау тапҡан документҡа ярашлы, яңы йыл каникулдарында рәсәйҙәр ун көн – 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем ял итәсәк, ә май айының тәүге аҙнаһында ике көн генә эшләйәсәк, кесе йома һәм йома – 3 һәм 4 май.

2018 йылда 6 һәм 8 ғинуар эшләмәгән көндәр — шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле ошондай ял һәм эш көндәре графигы билдәләнде. 2018 йылдың 6 ғинуарында байрам көнө йома, 9 мартҡа, ә 7 ғинуар – шаршамбы, 2 майға, күсерелә. Шәмбе, 28 апрелгә, тура килгән ял көнө дүшәмбегә, 30 апрелгә, күсерелә: был осраҡта шәмбе эш көнө була.

Шулай итеп, етәкселек менән 3 һәм 4 майға ял итеү тураһында килешә алғандар 9 апрелдән 7 майға ҡәҙәр ял итә аласаҡ. 9 май (шаршамбы) шулай уҡ эшләмәгән көн булып ҡала, шуға 3 һәм 4 майҙан тыш, ял көнөн йәки отпускты 7 һәм 8 майҙа алғанда 11 көнлөк оҙайлы каникулдарға эйә булырға мөмкин.

Ҙур булмаған өс көнлөк каникулдар рәсәйҙәрҙең шулай уҡ 23-25 февралдә, 10-12 июндә (шәмбе, 9 июнде эшләмәгән көн иттеләр, ә дүшәмбе, 11 июнь, – ял көнө) һәм 3-5 ноябрҙә була.

Бынан тыш, рәсәйҙәрҙе дүрт көнлөк ял март айында көтә – 8-11 март.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть