Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Дәүләкән районында яҡшы юл төҙөлдө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Дәүләкән районының Ленинск ҡасабаһында яңы юл – быйыл «2014-2017 йылдарға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән беренсе юл асылды. Ҡояшлы урамы аша 0,7 саҡрым оҙонлоҡтағы һәм ете метр киңлектәге асфальт юл урындағы 350 кешенең 87-һе эшләгән ҙур малсылыҡ комплексына илтә. Яңы юл ауыл, предприятиеның өҙлөкһөҙ эше өсөн дә бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов. Объектты республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте төҙөүселәре ҡатнашлығында тантаналы шарттарҙа астылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть