Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәк биләмәһендә уҡбалыҡты тотоу бөтөнләй тыйылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда прокуратура уҡбалыҡты тотоуҙы бөтөнләй тыйыуға өлгәште. Ведомство хеҙмәткәрҙәре Волга-Каспий балыҡ хужалығы бассейны өсөн балыҡсылыҡ ҡағиҙәләренең төбәк биләмәһендә уҡбалыҡты тотоуҙы тыймауын асыҡланы. Шул арала был балыҡ республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ошо төрҙөң һаҡланып ҡалыуын тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан прокуратураһы мәсьәләне Рәсәй балыҡсылығының Урта Волга территориаль идаралығында тикшереүгә иреште. Һөҙөмтәлә ағымдағы йылдың июль айында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы уҡбалыҡты Башҡортостан биләмәһендә тотоу өсөн тыйылған һыу биоресурстары исемлегенә индерҙе.

Бынан тыш, республиканың һыу ятҡылыҡтарында рус бикре, бағыр, бәрҙе балыҡтарын тотоу рөхсәт ителмәй. Уларҙы законһыҙ рәүештә тотҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған, тип иҫкәрттеләр республика прокуратураһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть