Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Театр төнө-2017»: Башҡортостан ҡалаларында мәҙәни акцияның ентекле программаһы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

19 сентябрҙә Башҡортостанда йолаға әүерелгән «Театр төнө» уҙа. Йыл һайын ойошторолған мәҙәни проект яңы театр миҙгеле яҡынлашыуын белдерә. Быйыл акцияға республиканың бөтә театр коллективтары йәлеп ителә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.

«Театр төнө» үҙенең киң һәм мауыҡтырғыс программаһы менән театр сәнғәтен ихтирам итеүселәрҙең һөйөүен яулап өлгөрҙө. Йыл һайын республика театрҙары коллективы үҙ тамашасыларына экспресс оҫталыҡ дәрестәренән, күп һанлы персонаждарҙың костюмдарында фотоға төшөүҙән алып интерактив сәхнә перфоманстарына, популяр театрлаштырылған тамашаларға тиклем төрлө «театр менюһын» тәҡдим итә.

«Театр төнө- 2017» программаһы.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры:

17.00 Театр алдындағы майҙан — Интерактив балалар программаһы

19.00 Ҙур зал — театрлаштырылған тамаша

19.00 Фойе — балалар өсөн уйындар

21.00 Бәләкәй зал — Квартирник

Рус дәүләт академия драма театры:

19.00 Ҙур зал — Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры гастролдәрен ябыу тантанаһы. «Аҡ ҡалфағым» спектакле.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры:

18.00 Театр алдындағы майҙан — Өфө төркөмдәре ҡатнашлығында концерт

19.00 Театр һәм галерея фойеһы — «Театр Арбаты»: фотозона, балалар өсөн күңел асыу урыны, шағирҙар һәм музыканттар.

19.10 2-се ҡаттағы галерея — «Донъя инженерҙары. Икенсе бүлек» күргәҙмәһен асыу. Рәссам — Дмитрий Павлов.

19:40 Ҙур зал — «Дат тарихы» спектакле.

19:40 Камера сәхнәһе — «Диләфрүзгә дүрт кейәү» спектакле.

Өфө «Нур» татар театры:

17.00 Театр алдындағы майҙан — Асыу тантанаһы

18.00 Фойе — тамашасы менән интерактив программа, театр оҫталыҡ дәрестәре, сәхнә артындағы цехтарҙың эше, театрҙың эшмәкәрлеге хаҡында фото һәм баҫма продукция күргәҙмәләре, әҙәби мөйөштәр, балалар майҙансығы, йырсы актерҙарҙың сығышы, вербатимдар, фотограф.

18.00-19.00 Камера залы — театр уйыны

19.15 Ҙур зал — «Алты кәләш һәм бер ир» спектакле

19.15 Бәләкәй зал — «Үткәндән килгән ханым» спектакле

22.00-24.00 Тамашасылар менән ток-шоу

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры:

18.00 Театр фойеһы — балалар өсөн күңел асыу программаһы

21.00 Театр фойеһы — «Көнсығыш баҙары» перфомансы 16+

21.30 Тамашасылар залы — «Мең дә бер кисә» спектакле 16+

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры:

21.00 Ҙур зал, тамашасылар фойеһы — театрлаштырылған тамаша

20.30, 21.30 — театрҙың музей залдары буйлап экскурсиялар

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть