Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Китап» нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2017 йылда донъя күргән яңы китаптарҙы иғлан иттеләр. Улар иҫәбендә башҡорт һәм рус телдәрендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған бер нисә фәнни-популяр әҙәбиәт бар.

Яңы баҫмалар исемлегендә: «Народы Башкортостана в переписях населения» (авторҙар коллективы), «Башкирия в 1917 году. Сборник документов и материалов» (авторҙар коллективы), «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшө» (электрон вариант), Йәдкәр Бәшировтың «Бөйөк Башҡорт иле» (электрон вариант), Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской республики» китабы.

Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазинында табырға мөмкин.

Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған китап һәм полиграфия продукцияһын сығарыу 2018-2019 йылдарҙа ла дауам итәсәк, тип асыҡлыҡ индерҙеләр нәшриәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть