Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала закон сығарыу йыйылышы эксперт советтары ағзаларын алмаштыра

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы комитеттары ҡарамағында булдырылған эксперт советтарының составын яңынан ҡарау бурысын йөкмәтте. Был ошондай советтарҙың эшен һөҙөмтәлерәк итеү һәм уларҙың эшмәкәрлегендә формализмды бөтөрөү өсөн кәрәк, тип аңлатма бирҙеләр Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.

«Эксперт советтарын тонуста тоторға кәрәк. Беҙ ағымдағы саҡырылыш башында уларҙы ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул иткәндә республиканың иң яҡшы, аҡыллы кешеләренән республика ҡануниәтен камиллаштырыуҙа реаль ярҙамға иҫәп тотҡайныҡ, — тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев. — Тәүге эксперт советтары төҙөлгәндән алып байтаҡ ваҡыт үтте һәм уларҙың составын ҡайтанан ҡарау ихтыяжы килеп тыуҙы. Эксперт советтары ағзаларының кемеһелер етди сәбәптәр арҡаһында уларҙың эшендә ҡатнаша алмай — кешеләр эшен алмаштырған һәм башҡа төбәктәргә күсеп киткән. Кемдер эксперт советына индереүҙе етди ҡабул итмәгән һәм эштә әүҙем ҡатнашмай. Эшләй алмаған йәки теләмәгәндәрҙең урынына депутаттарға ярҙам итергә теләге булған һәм һәләтле кешеләр килһен өсөн эксперт советтары ағзаларын алмаштырыу маҡсатлы ярашлы».

Эксперт советтары даими эшләгән консультация-кәңәшмә итеү органдары булып тора. Уларҙың бурысы — үҙ ҡарамағындағы мәсьәләләр буйынса закон проекттарына алдан экспертиза үткәреү, тейешле өлкәлә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәр әҙерләү.

Әлеге ваҡытта республика парламенты ҡарамағында бөтәһе 14 эксперт советы эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть