Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан солисы Елена Образцованың йәш опера йырсылары конкурсында өсөнсө урынды алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта, Дмитрий Шостакович исемендәге филармонияның Ҙур залында XI Елена Образцованың йәш опера йырсылары халыҡ-ара конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Диләрә Иҙрисова Санкт-Петербургтан Анастасия Донец менән абруйлы өсөнсө урынды бүлеште, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы. Беренсе премияға Тбилиси консерваторияһын тамамлаған грузин басы, Рәсәйҙең Ҙур театры солисы Годердзи Джанелидзе лайыҡ булды.

Финалға биш илдән 15 конкурсант үтте. Улар Михаил Синькевич етәкселегендәге Мария театры оркестры оҙатыуында классик репертуарҙан берешәр ария башҡарҙы. Конкурста бөтәһе донъяның 21 иленән 18-32 йәшлек 184 йырсы ҡатнашты.

Былтыр Елена Образцованың конкурсы Донъяуи халыҡ-ара конкурстар федерацияһы ағзаһы булды. Ғәҙәттәгесә ул йырсының тыуған ҡалаһы Санкт-Петербургта ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Киләһе конкурс 2019 йылда ойошторола, унда Елена Образцованың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләү ҡаралған.

Белешмә. Диләрә Иҙрисова — «Онегин» тәүге милли опера премияһының «Дебют» номинацияһы лауреаты (Г.Ф. Генделдең «Геракл» спектаклендә Иола роле өсөн, 2016), «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы лауреаты (2017). ЮНЕСКО-ның Штаб-фатирында Башҡортостан менән таныштырыу концертында сығыш яһаны (Париж, 2013). Версаль, Амстердамда «Концертгебау», Краковта Конгресс-холл, Бад Лаухштадтта Гендель фестивале (Германия), Венала Ан дер Вин театры, Мадридта Auditorio Nacional, Мюнхенда Гастайг филармонияһы сәхнәләрен яулаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть