Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡала моделе «Face of the Universe 2017» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында еңеү яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Face of the Universe 2017» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә Рәсәй исеменән сығыш яһаған 25 йәшлек модель Галина Лукина Өфөгә еңеүсе тажы менән ҡайтып килә. Был хаҡта «Мисс Башкортостана» модель агентлығының рәсми төркөмөндә хәбәр ителә.

Галина Лукина «Экотуризм, сәнғәт һәм мәҙәниәт» категорияһында наградаға лайыҡ булды.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, гүзәллек бәйгеһе 1 сентябрҙән Африканың Гана Республикаһында уҙҙы. Унда бөтә ҡитғаларҙан 60 ҡыҙ ҡатнашты.

Галина Лукина Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, һөнәре буйынса иҡтисадсы, модель бизнесы өлкәһендә эшләй. Ул «Мисс Башкортостан – 2016» бәйгеһендә еңеүсе булған, донъя кимәлендәге гүзәллек конкурстарында төрлө исемдәр яулаған. Шулай уҡ Башҡортостан менән Көньяҡ Корея араһында тыныслыҡ илсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть