Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» Череповецтың «Северсталь» командаһын ҡабул итә

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Бөгөн, 18 сентябрҙә, «Салауат Юлаев» Череповецтың «Северсталь» командаһына ҡаршы уйнай. Ошоноң менән ул үҙ боҙондағы уйындарҙы тамамлай. «Йәшел машина» «Өфө-Арена» боҙона 2 октябрҙә ғына әйләнеп ҡайта.

Әлегә «юлаевсылар» үҙ майҙанында һәйбәт уйнай: хужалар «Динамо» (Рига), «Торпедо» (Түбәнге Новгород) һәм «Спартак» (Мәскәү) командаларын еңде.

Рәсәй чемпионаттары һәм Континеталь хоккей лигаһы тарихы осоронда Өфө һәм Череповец командалары 62 тапҡыр осрашты, шуның 30-ында «юлаевсылар» еңеү яуланы.

Уйын киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттарҙы бында алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть