Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә ҡушыла ала

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем илдең 50 төбәгендә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙғарыла, тип хәбәр итә RussiaRunning. «Урамға сыҡ һәм ғүмереңде оҙайт» тигән девиз аҫтында донъялағы 160 ил Бөтә донъя йәйәү йөрөү көнөндә ҡатнаша. Өс йыл элек Рәсәй ҙә уларға ҡушылды, сараны Рәсәйҙең Олимпия комитеты ойоштора.

Ойоштороусылар ошо күмәк спорт сараһы менән физик әүҙемлектең иң тәбиғи һәм еңел төрөнә халыҡтың иғтибарын йәлеп итергә теләй. Йәйәү йөрөү махсус махсус кейем, ҡиммәтле тренажерҙар һәм теләгән һөҙөмтәгә ирешеү өсөн айҙар буйына хәлдән тайғансы шөғөлләнеүҙе талап итмәй. Бары тик урамға сығыу ҙа етә. Көнөнә 40 минут атлап йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен 70 процентҡа кәметә. Бер сәғәттә 300 ккал юҡҡа сыға. Йәйәү йөрөү өсөн физик, йәш сикләүҙәре юҡ, көндәлек әүҙемлектән кешенең хәле һәм кәйефе яҡшыра ғына.

Уҙған йылдарҙа Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө сәғәт бүлкәттәре буйынса эстафета рәүешендә ойошторолғайны. Быйыл байрам итеү бер көн менән генә сикләнмәй. Ошо сараларҙа теләгән кеше ҡатнаша ала. Маршруттар һәр кем үтә алырлыҡ итеп һалына. Байтаҡ төбәктәрҙә фестиваль спорт объекттарында түгел, ә ҡала парктарында уҙғарыла. Унда ғаилә һәм дуҫтар менән килергә мөмкин.

Күләмле проектҡа ҡушылырға теләгәндәр 24 сентябрҙән онлайн теркәлеп һәм почта аша старт номерын алып, тыуған ҡалаһында дуҫтары, туғандары менән атлап үтә ала. Сараның социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре: «Бәйләнештә», Facebook

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть