Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаларын вакцинациялауҙан баш тартҡан ата-әсәләргә яза бирергә ниәтләй – РБК

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаларын вакцинациялауҙан баш тартҡан ата-әсәләргә «тәьҫир итеү» мөмкинлеген ҡарай. Ведомствола, һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдереүенсә, уларға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын «түләү»ҙе үҙгәртергә тәҡдим итәләр, тип хәбәр итә РБК.

Уның фекеренсә, бындай сара ата-әсәләрҙең прививканан баш тартыуы баланың сирләүенә килтергән осраҡта ғәмәлдә булырға тейеш.

«Беҙ, тураһын әйткәндә, ата-әсәләргә тәьҫир итә алмайбыҙ, ләкин Социаль страховка фонды менән ниндәйҙер, шул иҫәптән матди механизмдарҙы индереү өсөн һөйләшеүҙәр алып барабыҙ», — тип билдәләне ул. «Әйтәйек, бала һеҙҙең ғәйебегеҙ буйынса ауырып китһә, һеҙ уны вакцинациялауҙан баш тартҡанһығыҙ икән, һеҙгә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын башҡаларға ҡарағанда икенсерәк түләү кәрәктер, бәлки», — тип миҫал килтерҙе Вероника Скворцова.

Ведомство башлығы билдәләүенсә, «донъялағы бер ил дә вакциналарҙың сифатын беҙҙең кеүек [Рәсәйҙә] тикшермәй».

«Беҙ уларҙы бөтә балаларға яһайбыҙ, һәм шул рәүешле тотош быуындың иммунитетын үҙгәртәбеҙ», — тип аңлатма бирҙе ул, һәм вакцинация менән бәйле ниндәйҙер «кире тәьҫирҙәр»ҙең бик һирәк осрауын билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть