Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башинформ» агентлығы журналисы Халыҡ-ара тарихи экспедицияла ҡатнашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Астанала «Хэнтэйҙан Олотауға ҡәҙәр: тарихи хәтерҙе яңыртыу» ІІІ халыҡ-ара экспедиция тамамланды. Тарихи проектты Халыҡ-ара Төрки академия (TWESCO) ойошторҙо.

Һуңғы этапта өс көн эсендә 40 кешенән торған төркөм Астананан Еҙҡаҙғанға һәм Олотауға тиклем Ҡаҙағстандың үҙәге буйлап 2 мең саҡрым самаһы юл үтте. 18 сентябрҙә Астана ҡалаһындағы Милли академия китапханаһында экспедицияға йомғаҡ яһала.

Экспедицияға Академия президенты Дархан Ҡыдырали етәкселегендә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Азербайжан, Рәсәй (Башҡортостан) ғалимдары-тикшеренеүселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, археологтар, журналистар инде. Экспедиция эшендә журналист, «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева ҡатнашты.

Экспедиция Жошыхан, Алашахан һәм Домбауыл мавзолейҙарында, Олотауҙа Хан урҙаһы һәйкәлендә, Сатпаев ҡалаһындағы музейҙа булды, академик Каныш Сатпаевтың һәйкәленә сәскәләр һалды, Олотауҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙа ҡатнашты.

«Хэнтэйҙан Олотауға ҡәҙәр: тарихи хәтерҙе яңыртыу» экспедицияһы 2016 йылдың август айында Монголияның баш ҡалаһында Улан-Баторҙа башланды. Экпедицияның маршруты Сыңғыҙхандың тыуған төйәгенән – Монголияның Хентей аймағындағы Бурхан Халдун ерлегендә башланды. Халыҡ-ара экспедицияның төп маҡсаты – Ҡаҙағстан Президенты Н.А. Назарбаевтың «Киләсәккә ҡараш: йәмәғәттең аңын яңыса ҡороу» мәҡәләһендә айырым иғтибар бүленгән хөрәфәти әһәмиәткә эйә булған иҫтәлекле урындар менән бәйләнештәге тарихи аңды уятыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть