Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

30 сентябрҙә Ғафури районының Красноусол ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышының баһадир яугирҙарына, «төньяҡ амурҙарға» арналған һәйкәл асыу һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 205 йыллығы хөрмәтенә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир ойошторола. Сараны район хакимиәте, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың Патриотик тәрбиә биреү һәм саҡырыуға тиклемге йәштәрҙе әҙерләү үҙәге, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе, «Мәргән уҡсы» атта сабып барған килеш уҡтан атыуҙы һәм ғәҙәти уҡтан атыуҙы үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма уҙғара.

Иртәнге сәғәт 11-ҙә «Төньяҡ амурҙарға» мемориалын тантаналы рәүештә асыу башлана, Күрпәс бей исемендәге бүләккә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса бәйге көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә ҡәҙәр «Красноусол» шифаханаһында үтә.

Сара үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү; халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау һәм өйрәнеү; ғәҙәти уҡтан атыуҙы популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

Ғаризалар 29 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Бәйгелә ҡатнашыу шарттарын «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Мәргән уҡсы» рәсми төркөмөндә асыҡларға мөмкин.

Теги: уҡ атыу
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть