Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә һәм Ҡазанда Хәниә Фәрхиҙең иҫтәлегенә концерттар уҙасаҡ

Мәҙәниәт

?Ф?, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә һәм Ҡазанда Хәниә Фәрхиҙең иҫтәлегенә концерттар уҙасаҡ. Уларҙа башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙоноң иң яҡшы йырҙары яңғыраясаҡ.

«23, 24 һәм 25 сентябрҙә – Ҡазанда, 2018 йылдың 30 майында Өфөлә хәтер кисәләре күҙалланған», – тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар.

Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи 1960 йылда БАССР-ҙың Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылында тыуған. Йырсының репертуарында 300-ҙән ашыу йыр. Хәниә Фәрхигә «Әлдермешкә ҡайтам әле», «Һағынам һине, Питрәс», «Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә», «Онотолор тимә», «Ҡазан кистәре», «Ҡышҡы сейә» кеүек йырҙары ҙур билдәлелек килтерҙе. Ул тыуған ауылына әсәһен күрергә тип ҡайтҡанда 2017 йылдың 27 июлендә йөрәге туҡтауҙан вафат булды, уға ни бары 57 йәш ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть