Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өсөнсө Өфө халыҡ-ара марафонының еңеүселәре билдәле булды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәҫлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә баш ҡалала уҙған өсөнсө Өфө халыҡ-ара марафонының еңеүселәре билдәле булды. 42,2 саҡрым оҙонлоҡта марафон аралығын 2 сәғәт 24 минут һәм 11 секундта йүгереп уҙған Стәрлетамаҡтан Арсель Фәсхетдинов сираттағы спорт сараһында алтын призер булды. Вице-чемпион – Ырымбурҙан Алексей Ширшов, ул көмөш миҙал яуланы.

«Дүртенсе түңәрәк башланғас ярышташымды уҙып китә алдым. Еңәсәгемә ышана инем, ныҡ шөғөлләндем», — тип һөйләне Арсель Фәсхетдинов. Бронза миҙал Ырымбур өлкәһенең Түлгән ҡасабаһынан килгән Марат Әбүбәкировта, уның ваҡыты – 2 сәғәт 30 минут та 50 секунд. «Локомотив» спорт клубы вәкиле, Пермдән тәүге ун спорт алдынғыһы еңеүсеһе Ольга Дедова өсөнсө Өфө халыҡ-ара марафонында тағы ла бер мөһим кеше булды. Йүгереүсе 42,2 саҡрым араны 2 сәғәт 40 минут та 22 секундта үтте. Шул рәүешле, алдағы Өфө халыҡ-ара марафоны трассаһының рекорды еңелде. Йүгереүсе ҡыҙ ир-егеттәр араһында дөйөм зачетта шулай уҡ 5-се урын яуланы. Былтыр ул һигеҙенсе ине, ә 2016 йылғы марафонда Свердловск өлкәһенән Алексей Никоноров һәм Максим Никольников еңеүселәр булды.

«Мин һөҙөмтә өсөн ныҡ әҙерләндем, ә еңеү ул өҫтәмә бүләк кенә. Бындағы трасса миңә бик оҡшаны, былтыр ошонда ярым марафонда еңдем. Шәхси һөҙөмтә өсөн йәнә килермен тип уйлай инем. Минең өсөн еңеү ҙур мәғәнәгә эйә», — тип һөйләне Ольга Дедова Башҡортостан юлдаш телевидениеһына.

Быйыл Өфө халыҡ-ара марафоны өсөнсөгә уҙҙы. Йүгерергә тип донъяның 15 иленән һәм 180 ҡаланан 5000-дән ашыу спортсы сыҡты. Кроссылар Өфө ҡалаһының тарихи урындары буйлап йүгерҙе. Дистанция баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындары: Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, «Ете ҡыҙ» фонтаны, «Өфө-Арена» боҙ һарайы һәм Мостай Кәрим һәйкәле янынан уҙҙы.

«42,2 саҡрым аралыҡҡа – 350 кеше, ярым марафонға – 650-ләгән йүгерек, 10 саҡрымға – 1000 кеше һәм 3 саҡрымды үтергә тип 3000 кеше сыҡты», — тип билдәләне марафон директоры Владислав Литвинчук.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть