Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин кешеләрҙә күбеһенсә ниндәй сифаттарҙы баһалауы хаҡында һөйләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин кешеләрҙә ышаныслылыҡты һәм үҙ һүҙендә тора белеүҙе төп сифаттар тип иҫәпләй.

«Минең өсөн иң мөһиме – ул ышаныслылыҡ; ышаныслы булыуҙың төп сифаттарының береһе – һүҙ биреп килешкәнде башҡара, үҙ һүҙеңдә тора белеү ул», — тип Рәсәй Федерацияһы Президентының Ҡырғыҙстан киң мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһын еткерә «ТАСС» агентлығы.

Владимир Путиндың фекеренсә, ғәмәлдәге Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев нәҡ ошо сифаттарға эйә. Алмазбәк Атамбаевтың ышаныслы булыуы менән Ҡырғыҙстан тышҡы сәйәси майҙанда ла ышаныс яулай алды, тип иҫәпләй Рәсәй дәүләте башлығы. Владимир Путин илдең Евразия иҡтисади союзына инеүен миҫал итеп килтерҙе. Һөйләшеүҙәр барышында һүҙ көрәштереүҙәр барҙы, әммә һуңынан юл ҡуйышып килешеү өлгәшелде.

Владимир Путин Алмазбәк Атамбаев менән бергәләп разведкаға барыр инегеҙме тигән һорауға яуап биреп, былай яуапланы: «Разведка һәр саҡ үҙем менән булһа ла, мин разведкала эшләмәйем инде. Беҙ уның менән былай ҙа мөһим эш – дәүләт эше менән шөғөлләнәбеҙ. Минең ҡарашҡа, был беҙҙең яҡшы килеп сыға».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть