Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө егете Иса Исаев дзюдо буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан спортсыһы, Өфө ҡалаһының 14-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Иса Исаев дзюдо буйынса Рәсәй чемпионы булды. Өфө егете 66 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаны һәм финалдағы алышта Ставрополье вәкилен еңде, тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

16 сентябрҙә Нальчик ҡалаһында (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты башланды. Ярышҡа бөтә Рәсәйҙән 900-ҙән ашыу спортсы йыйылды.

Башҡортостандан бәйгелә Өфөнөң 14-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Иса Исаев, Арам Арутюнян, Аслан Ахмаев һәм Әлим Шагенов сығыш яһаны. Уларҙың остаздары Олег Назаров һәм Денис Буяк.

Теги: дзюдо
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть