Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Нефтеюганск тәфтишселәре үҙенең өйҙәш ҡатынын үлтергән енәйәтсене эҙләй

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Нефтеюганск район-ара тәфтиш бүлеге бер ҡатынды үлтереү осрағы буйынса енәйәт эшен тикшерә. Енәйәт ҡылыуҙа Нефтеюганскиҙа йәшәгән Яҡупов Илгиз Фирҙәүес улы ғәйепләнә. Ул 1983 йылда тыуған. Иргә федераль эҙләү иғлан ителгән, уның Башҡортостанда, Туймазы ҡалаһында булыуы ихтимал, тип фаразлана.

Енәйәт ошо йылдың 2 сентябрендә ҡылына. Ғәйепләнеүсе спиртлы эсемлектәр эскән саҡта үҙенең өйҙәш ҡатынын үлемесле йәрәхәтләй.

Ғәйепләнеүсенең билдәләре: 31-35 йәштәр тирәһендә, тәпәш буйлы, 165 сантиметрға тиклем, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, киң маңлайлы, ҡыҫҡа ҡара сәсле, ҡара күҙле, ҡарпыш ҡолаҡлы. Уң яңағында 5-10 миллиметрлыҡ миңе бар. Тура танаулы, ирене  уртаса ҡалынлыҡта. Телмәре аңлайышлы, асыҡ. Спиртлы эсемлектәр һәм наркотиктар ҡуллана. Быға тиклем наркотиктар һаҡлаған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған.

Ул ҡара төҫтәге трико, ҡара куртка-ветровка, ҡара кроссовки кейгән. Үҙе менән рюкзагы бар.

Тәфтиш органдары ошо кешенең ҡайҙалығын белеүселәрҙән 8 (3463) 23-06-67, 8-909-041-36-16 телефондары буйынса Нефтеюганск район-ара тәфтиш бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть