Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда 2,75 миллион тонна ашлыҡ һуғылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Бөгөнгә Башҡортостанда 2,75 миллион тонна ашлыҡ һуғылған. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ямғыр туҡтау менән иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу темптары әүҙемләште. Мәҫәлән, һуңғы тәүлектә 1,2 мең гектар майҙан эшкәртелгән.

Дөйөм алғанда, әле иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,28 миллион гектар майҙанда (71 процент) сабылған, 1,23 миллион гектар ерҙә (69 процент) һуғылған. Бишбүләк, Көйөргәҙе, Белорет, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары ауыл хужалығы предприятиеларына майҙандарҙың 15 проценттан аҙырағында уңышты йыйып алырға ҡалған.

Уңыш буйынса саҡмағоштар алдынғылыҡты бирмәй — гектарынан 38,7 центнер, стәрлетамаҡтар иһә ашлыҡ һуғыу буйынса тәүге урында килә — 146 мең тонна. Әле гектарынан уртаса уңыш 22,3 центнер тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть