Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Умарктың ике мәрәйе һәм Паниндың кире ҡайтыуы: «Салауат Юлаев» «Торпедо»ны еңде

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда уйнауын дауам итә. Кесаҙна, 14 сентябрҙә, «юлаевсылар» Түбәнге Новгородтың «Торпедо» командаһын еңде. Уйындың күпселек өлөшө боҙ хужалары файҙаһына булманы. Тәүге осорҙоң башында Юрий Сергиенко Бен Скривенс ҡапҡаһына шайба индерҙе, унан һуң тамашасыларҙы ҡырҡ биш минутлыҡ голһыҙ пауза көттө. Ике команданың да гол үткәреү мөмкинлеге бар ине.

Матч аҙағында ғына өфөләр уйын барышын үҙгәртә алды. Финал сиренаһына биш минут ҡалғас Теему Хартикайнен һәм Линус Умарк ярҙамында Йоонас Кемппайнен, тағы ла ике минуттан һуң Линус Умарк үҙе Иван Лисутиндың ҡапҡаһына шайба индерҙе. Иҫәп — 2:1.

«Беҙ һәйбәт уйнаныҡ, аҙағындараҡ тупаҫ хаталарға юл ҡуйҙыҡ, ләкин уйынға ҡарата булған планды үтәнек, — тине Петерис Скудра. — Иван Лисутин («Торпедо»ның голкиперы — Ред.) яҡшы уйын күрһәтте, мәрәйҙәр өсөн түгел, уның өсөн нығыраҡ үкенеслерәктер ҙә әле. Мин уйын менән ҡәнәғәтмен, әммә ҡайһы бер егеттәрҙең яуаптары көйөндөрҙө».

«Был һәйбәт уйын булды, ике команда ла шәп уйнаны. Егеттәребеҙҙең мөнәсәбәте — уйындың аҙағына тиклем түҙеүе бик оҡшаны, — тип уйынға баһа бирҙе «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Эркка Вестерлунд. — Бары тик беҙҙең күпселек менән ҡәнәғәт түгелмен, беҙ күберәк ташларға тейеш инек».

Әйткәндәй, был уйын — миҙгел алды турнирҙарын иҫәпләмәгәндә — «юлаевсылар»ҙың яңы уйынсыһы Григорий Панин өсөн беренсе булды. Ул дисквалификация арҡаһында миҙгелдең башланыуын үткәреп ебәрҙе.

16 сентябрҙә «Өфө-Арена»ла «Салауат Юлаев» Мәскәүҙең «Спартак» командаһына ҡаршы уйнай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть