Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Туғанлыҡ» фестиваленең иң яҡшы спектакле иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленең «Иң яҡшы спектакль» номинацияһында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Антигона» спектакле еңеү яуланы.

Фәрит Бикчәнтәевтың «Дон-Жуан» спектакле (Ғ. Камал исемендәге театр, Ҡазан) иң яҡшы режиссер эше тип баһаланды. М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актрисаһы Лилиә Ғәлина «Антигона» спектаклендә иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы булараҡ билдәләнде. «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында «Антигона» спектаклендәге Креон роле өсөн Олег Ханов еңеүсе тип танылды.  Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роленә Ҡаҙағстандың «Жастар» театрынан Мәрхәбәт Матгулова лайыҡ булды («Ревизор» спектаклендә Анна Андреева роле). «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов еңеү яуланы («Антигона»ла һаҡсы роле). Иң яҡшы сценография Сыуашстандан «Кәкүкле сәғәт» спектаклендә. «Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш» номинацияһында «Ревизор» спектакле бүләкләнде (Ҡаҙағстандан «Жастар» театры).

7 сентябрҙән Өфөлә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов булышлығында «Туғанлыҡ» фестивале үтте. Театр форумына Хакасиянан, Ҡырғыҙстандан, Дағстандан, Азербайжандан, Ҡабарҙа-Балҡарҙан, Сыуашстандан, Ҡаҙағстандан, Татарстандан һәм Башҡортостандан ижади коллективтар йыйылды.

12 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленең мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашты.

Театр форумы жюрийына билдәле режиссер, М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифҡәт Исрафилов етәкселек итте (Ырымбур).

Жюри составында шулай уҡ күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре — драматург, Төрөк яҙыусылары союзы идараһы ағзаһы Тунджэр Джюдженоглу (Төркиә), Х. Намсараев исемендәге Бүрәт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Бүрәт Республикаһының халыҡ артисы Эржена Жамбалова (Улан-Удэ) һәм легендар актриса, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова (Өфө) эшләне.

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть