Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда дәүләт телдәрен һаҡлау буйынса республика Башлығы гранттары булдырылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Төбәктә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика Башлығы гранттары булдырылды. Гранттарҙы йыл һайын тапшырыу ҡаралған. Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Документ республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға, Башҡортостандың дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Ул башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә, ошо өлкәлә кадрҙар һәм методик ҡеүәтте үҫтереү өсөн шарттарҙы камиллаштырыуға мөмкинлек бирә. Указ Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәрен ҡарау һөҙөмтәһе булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть