Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға тиң хоҡуҡты гарантиялаған 54-се статьяһын тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәрен ҡарау йомғаҡтары буйынса ошо өлкәлә кадрҙар һәм методик ҡеүәтте үҫтереү шарттарын камиллаштырыу маҡсатында ҡул ҡуйылды.

Указ менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республика Башлығы гранттары булдырылды.

Был документта шулай уҡ Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү фондын булдырыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы билдәләнгән.

Башҡортостан Хөкүмәтенә 2018 йылдың 1 февраленә тиклем «Башҡорт теле», «Рус теле» һәм «Туған телдәр» ярҙамсы программалары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса дәүләт программаһын әҙерләргә һәм раҫларға, шулай уҡ Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.

Республиканың Йәмәғәт палатаһына Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә тел сәйәсәте өлкәһендә федераль һәм республика ҡануниәтен ғәмәлгә ашырыуҙы йәмәғәт күҙәтеүенә алырға тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть