Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры миҙгелде «Ете тылсымлы теләк» тигән спектакль-квест менән аса

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

16 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 86-сы ижад миҙгелен «Ете тылсымлы теләк» тигән спектакль-квест менән аса. Пьеса Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса саралар барышында яҙылған. Ҡуйыусыһы — рәссам, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы Йәштәр советының «Life-theatre» премияһы лауреаты Әнисә Томаншина менән берлектә Альберт Имаметдинов.

«86-сы театр миҙгелен асыу тантанаһы ваҡытында балаларҙы ғәҙәттәгесә фойела байрам программаһы көтә. Тамашасылар әкиәт геройҙары менән осраша, улар менән фотоға төшә, шулай уҡ театрҙың баһалар китабында үҙҙәренең теләктәрен яҙып ҡалдыра ала», — тип һөйләнеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

86-сы миҙгелдә театрҙың үҙендә лә, күсмә майҙансыҡтарҙа ла спектаклдәр күрһәтергә ниәтләйҙәр. Байрамдарға һәм әһәмиәтле ваҡиғаларға бағышланған саралар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡыҙыҡлы конкурстар, акциялар ойоштороу ҡаралған. Уҙған миҙгелдә асылған «Kuku-project» ла үҙ эшен дауам итә, театрҙың ағымдағы репертуарына иһә өлкәндәр өсөн тағы бер спектакль өҫтәлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть