Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика спортсылары Европа беренселеге призерҙары булды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандан Ровшан Закиров һәм Юнир Әхмәтйәнов кикбоксинг буйынса Европа беренселеге призерҙары булды.

37 илдән 1600-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан турнир Македонияның Скопье ҡалаһында уҙҙы.

Илдең йыйылма командаһында республиканан өс вәкил — Юнир Әхмәтйәнов (ӨФӨ, 22-се спорт мәктәбе), Ровшан Закиров (Туймазы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе) һәм Дарья Прошенкова (Өфө, «Ягуар» спорт клубы) сығыш яһаны.

Һөҙөмтәлә Ровшан Закиров (54 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы) юниорҙар араһында Европа беренселегенең көмөш призеры булды. Юнир Әхмәтйәнов иһә (84 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы) «поинтфайтинг» дисциплинаһында юниорҙар араһында бронза миҙал яуланы», — тип хәбәр ителә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть