Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында туризмды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, туризмды үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

– ШОС һәм БРИКС илдәре саммитынан, ҙур халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге форумдарҙан, төҙөкләндереү, транспорт, ҡунаҡхана, сервис инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарғандан, мәғлүмәти яҡтан әүҙемлек күрһәткәндән һуң беҙҙең туризм тармағында «икенсе һулыш» асылды тип әйтергә мөмкин, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Туризм өлкәһендә төп күрһәткестәр буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылар һәм илдә иң яҡшы унау иҫәбенә инде. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса «Отдых в России» абруйлы тармаҡ баҫмаһы рейтингында республика 20-се урындан (2015 йыл) 12-се баҫҡысҡа (2016 йыл) күтәрелде. «Турстат» агентлығы Башҡортостанды эске туризмдың үҫеш темптары буйынса Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә индерҙе.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, былтыр туризм өлкәһендә хеҙмәттәр күләме 14 процентҡа артып, 17 миллиард һумдан ашҡан. Туристар ағымы 2 миллион кешегә еткән. Һалым керемдәре күләме 11 процентҡа артҡан һәм 769 миллион һум тәшкил иткән. Шуның менән бергә, республика Башлығы фекеренсә, туризмдың үҫеш темптары юғарыраҡ та булырға мөмкин, сөнки Башҡортостанда йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә күңел асыу, спорт туризмының бөтә төрҙәре өсөн дә тиерлек мөмкинлектәр бар.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов 2023 йылға тиклем республикала туризмды үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тәҡдим итте.

Программа яҡынса 0,5 миллиард һумға финанаслана. Уның маҡсаты – тейешле инфраструктураның, эске һәм тышҡы туристик ағымдың үҫешен тәьмин иткән заманса конкурентлыҡҡа һәләтле туристик-рекреацион комплекс булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.

Программа сиктәрендә туристик индустрияны кластер принцибына күсереү ҡаралған. «Бөрйән», «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» һәм «Асылыкүл курорт-паркы» кластерҙарын булдырыу тәжрибәһен  башҡа муниципаль берәмектәргә таратыу күҙ уңында тотола. «Социаль туризм» ярҙамсы программаһы пенсионерҙар, инвалидтар, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә туристик хеҙмәттәр менән ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Республика башлығы оҙайлы туристик проекттарға аҡса һалырға әҙер инвесторҙар өсөн өҫтәмә дәртләндереү сараларын уйлап табырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм тейешле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть