Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Беүә һәм Кама йылғалары аша күперҙәрҙән йөрөү түләүлегә әүерелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан менән Удмурт Республикаһы сигендә төҙөлгән Беүә, шулай уҡ Камбарка ҡалаһы янындағы Кама йылғалары аша күперҙәрҙән йөрөү түләүлегә әүерелде. Ике күпер аша йөрөү еңел автомобиль водителдәренә — 330 һумға, ҙур йөк машиналары өсөн 1740 һумға төшә, тип хәбәр итә РБК-Өфө.

«Яңы күперҙәр Татарстан, Башҡортостан, Удмуртия һәм Пермь крайы араһында хәрәкәтте тәьмин итә, шулай уҡ М5 һәм М7 федераль трассаларын бушата, Мәскәү-Өфө-Екатеринбург, Киров-Ижевск-Өфө йүнәлештәре буйынса йөрөү 250 һәм 150 саҡрымға ҡыҫҡара», — тип хәбәр иттеләр баҫмаға Төбәк инвестиция компанияһының матбуғат хеҙмәтендә.

Удмурт Республикаһы һәм Инвестиция компанияһы араһында күперҙәр концессия килешеүе буйынса төҙөлгән, бының өсөн 15 миллиард һум аҡса һалынған. Концессия ваҡыты 49 йыл тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть