Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Ғинуарҙан илдә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 21,7 процентҡа арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

2018 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) 21,7 процентҡа арта, тине Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин.

Федераль ведомство сайтында хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумына этаплап еткереү тураһында закон проекты әҙер ҙә инде. Дәүләт башлығының ҡушыуына ярашлы, закон проекты хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен ике этапта: 2018 йылдың 1 ғинуарынан йәшәү минимумынан 85 процентҡа ҡәҙәр һәм 2019 йылдың 1 ғинуарынан 100 процентҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.

«2018 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 21,7 процентҡа артып, 9489 һум тәшкил итә. 2019 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменең абсолют дәүмәле, йәшәү минимумы динамикаһынан сығып, 2018 йылда федераль закон тарафынан билдәләнә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Максим Топилин.

Министр һүҙҙәренсә, закон проекты илдең 2018-2020 йылдарға бюджет проекты менән бер үк ваҡытта Дәүләт Думаһына индерелә.

МРОТ йыл һайын федераль закон тарафынан эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумынан 100 процент кимәлендә билдәләнәсәк. 2017 йылдың II кварталы өсөн йәшәү минимумы дәүмәле (11 163 һум) иҫәпкә алына.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть