Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Йәштәр театры «Ҙур гастролдәр» федераль программаһында ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Ҙур гастролдәр» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә Нальчик ҡалаһына юллана. 14-17 сентябрҙә Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының Дәүләт музыка театры сәхнәһендә Башҡортостандан килгән коллектив балалар һәм өлкәндәр өсөн алты спектакль сәхнәләштерә. Программаны ойоштороусылар — Федераль гастролдәр эшмәкәрлегенә ярҙам итеү үҙәге.

Йәштәр театрының башҡорт труппаһы М. Кәримдең «Тылсымлы тирмән», М. Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса...», Дж. Родариҙың «Чиполлино», С. Айытматовтың «Диңгеҙ сите буйлап йүгергән алабай», У. Хубтың «Һигеҙҙә Нух кәмәһе янында», Ф. Бүләковтың «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» спектаклдәрен тәҡдим итә. Художество етәксеһе Мәсәлим Күлбаев фекеренсә, гастролдәр репертуарына Төньяҡ Кавказда йәшәүселәр өсөн ҡыҙыҡлы булған сәхнә әҫәрҙәре һайлап алынған.

Был Йәштәр театрының Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһына тәүгә барыуы түгел. Һуңғы тапҡыр рус труппаһы — 2012 йылда, башҡорт труппаһы иһә 2013 йылда алмаш гастролдәр менән Нальчикка барып ҡайтҡайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть