Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестиваленең мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашты. Осрашыуҙа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, жюри һәм тәнҡитселәр коллегияһы ағзалары, Өфө театрҙары директорҙары, сарала ҡатнашҡан театрҙар вәкилдәре, фестиваль ҡунаҡтары — танылған актер, Б. Щукин исемендәге театр институты ректоры Евгений Князев, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының драма һәм милли театрҙар кабинеттары мөдире Марина Корчак, Ҡабарҙа-Балҡарҙың халыҡ шағиры Ҡайсын Кулиевтың тормош иптәше Элизат Кулиева, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы секретары, Республикалар советы рәйесе Борис Манджиев ҡатнашты.

«Туғанлыҡ» фестивале бик шәп үтте. Беҙ бөтәбеҙ ҙә туғандар, бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ, — тип билдәләне республика башлығы. — Минең аңлауымса, мәҙәниәт — ул нигеҙ, мәҙәниәтһеҙ алға бара алмайбыҙ».

Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡайһы бер һандар менән таныштырҙы. 2016 йылда театрҙарға 1 миллион кеше килгән, шуның менән бергә 12 республика театрына уртаса 76-78 мең кеше йөрөй. 2017 йылда тармаҡҡа 1,5 миллиард һум йүнәлтелгән. Быйыл театр хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артып, уртаса 30 мең һумға етте. Артистар айына 37 мең һум самаһы ала, республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡы иһә 26,5 мең һум тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов йыйылыусыларҙы «Туғанлыҡ» фестиваленә килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙы 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы. «Һеҙҙе ике аҙналыҡ ҡыҙыҡлы, сағыу байрам көтә. Донъяның 60-80 иленән ижади коллективтар килә», — тип вәғәҙәләне республика башлығы.

Етәкселек ярҙамынан тыш фестивалде ошондай юғары кимәлдә үткәреп булмаҫ ине, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды фестиваль директоры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов.

«Туғанлыҡ» фестивале тамамланыуға табан бара. Ошо көндәрҙә һигеҙ спектакль күрһәтелде, өс театрыбыҙ ҡатнашты. Спектаклдәргә 3,5 мең тамашасы килде, тағы 2 мең билет һатылған», — тип хәбәр итте Олег Ханов һәм киләһе, иҫәп буйынса етенсе «Туғанлыҡ»тың 2019 йылда үтәсәген белдерҙе. Ул республиканың 100 йыллығына һәм Башҡорт театрының бер быуатлыҡ юбилейына арнала. Рөстәм Хәмитов VII «Туғанлыҡ» фестивален лайыҡлы кимәлдә уҙғарыу өсөн ресурстар табылыр, тип ышандырҙы.

Күпселек мәҙәниәт эшмәкәрҙәре аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Рөстәм Хәмитов уларҙың һәр береһен иғтибарлап тыңланы һәм осрашыу йомғаҡтары буйынса тейешле йөкләмәләр биреләсәк, тине. Күтәрелгән мәсьәләләр араһында Мәскәүҙәге Милләттәр театрын  милли театрҙарҙың сараларын ойоштороу өсөн файҙаланыу, Өфөләге Актерҙар йортона бюджеттан тыш аҡса иҫәбенән ярҙам күрһәтеү, йәш режиссерҙарҙы тәрбиәләү, театр сәнғәте аша туған телдәргә ылыҡтырыу темалары бар.

«Ҡайҙа оптимизм бар, шунда уңышҡа ирешергә мөмкин. Беҙ алға табан барабыҙ. Театр, мәҙәниәт өсөн күңелебеҙҙе һалып эшләйбеҙ. Беҙгә ҡунаҡҡа килгәнегеҙ өсөн рәхмәтлемен, бер нисә ҡыҙыҡлы тәҡдим булды. Мин һеҙҙә үҙемә оҡшаған кешеләрҙе күрәм», — тине республика башлығы.

Осрашыу иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть