Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан спортсыһы – ҡаяға үрмәләү буйынса донъя беренселегендә бронза призер

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Австрияның Инсбрук ҡалаһында ҡаяға үрмәләү буйынса донъя беренселеге тамамланды. 50-нән ашыу илдән 1200-гә яҡын спортсы дүрт номинацияла миҙалдар өсөн көс һынашты. Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостандың Салауат ҡалаһынан Камилла Ҡушаева бар ине, ул бәләкәй ҡыҙҙар араһында «тиҙлек» дисциплинаһында бронза миҙал яуланы. Миҙалдар һаны буйынса беренсе урында — Япония (24 миҙал, шуларҙың һигеҙе — алтын), икенселә — АҠШ (14 миҙал, биш алтын). Рәсәй командаһы 15 миҙал менән өсөнсө урында килә, шуларҙың дүртәүһе — алтын, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ҡаяға үрмәләү федерацияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть