Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Ағиҙел» фирмаһы — Парижда Maison&Objet дизайнерҙар күргәҙмәһе экспоненты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре» предприятиеһы Парижда Maison&Objet йорт өсөн тауарҙар һәм интерьерҙар дизайны күргәҙмәһендә ҡатнашты. Был Европала биналар дизайны һәм биҙәлеше өлкәһендәге ҙур профессиональ салон. Рәсәй экспозицияһында халыҡ кәсептәре традицияһында эшләгән фабрикаларҙың изделиелары урын алған. Улар — Гжель, Император, Дулёво фарфор заводтары, Дятьков гәлсәр заводы, «Кадомский вениз», «Крестецкая строчка», «Хохломская роспись», «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре».

Рәсәй халыҡ һөнәрҙәре стенды илдең экспорт үҙәгенең махсус ярҙам программаһы сиктәрендә ойошторолған. Ул экспортерҙарҙың күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлегенә сығымдарының бер өлөшөн компенсациялауҙы күҙ уңында тота, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

«Предприятиелар коллектив экспозиция менән тәүге тапҡыр ошондай күләмле си ил майҙансығына сыҡты һәм Рәсәй халыҡтары кәсептәренең экспорт ҡеүәте менән таныштырҙы», — тип билдәләне күргәҙмәне асыу тантанаһында Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова.

Maison&Objet күргәҙмәһендә архитекторҙар, дизайнерҙар, ҡунаҡхана бизнесы һәм дизайн мәктәбе белгестәре, стилистар, ҙур магазиндар һәм ваҡлап сауҙа итеүселәр, шулай уҡ ҙур предприятиеларҙың дизайнерҙары ҡатнашты. Сараның маҡсатлы аудиторияһында бөтә ҡитғаларҙан 65 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, унда 100 мең самаһы кеше ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть