Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт фильмы Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале призына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Ҡырағай» исемле башҡорт фильмы XIII Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә призға лайыҡ булды. Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы «Йәш Рәсәй» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Был номинацияға йәш режиссерҙарҙың һигеҙ кинотаҫмаһы тәҡдим ителгәйне.

25 минутлыҡ дебют фильмын «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә сценарий авторы һәм режиссер Фәрзәнә Утарбаева төшөргән. Яңы драма әсә менән улдың үҙ-ара мөнәсәбәттәренә арналған. Фильмдың төп мәғәнәһе «Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала» тигән башҡорт мәҡәленә ауаздаш. Төп ролдәрҙе башҡорт драма театры актерҙары, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм Артур Кәбиров уйнай.

5—11 сентябрҙә Татарстандың баш ҡалаһында XIII Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале үтте. Фестиваль жюрийын Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссер һәм сценарист Николай Досталь етәкләне. «Холод Каландара» (Төркиә — Венгрия) иң яҡшы фильм тип танылды.

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть