Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы менән тигеҙләштерергә ҡушты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумынан әлеге 71-72 проценттан 85 процентҡа тиклем арттырырға ҡушты. Дәүләт башлығы Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе.

«2019 йылдың 1 ғинуарынан да һуңға ҡалмайынса, әгәр Хөкүмәт кәрәкле тип тапһа, иртәрәк тә, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен  йәшәү минимумы менән тигеҙләштерергә. Хөкүмәттең алдағы өс йылға федераль бюджет проекты менән бергә Дәүләт Думаһына тейешле тәҡдимдәр индереүен һорайым», — тине Президент.

Владимир Путин принципиаль мәсьәләне хәл итергә – хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумынан кәм булмаған күләмгә еткерергә, уны йәшәү минимумы менән тигеҙләштерергә һәм минималь эш хаҡының халыҡтың төп сығымдарын да ҡаплай алмаған хәлде еңеп сығырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Хөкүмәттә барған эске фекер алышыуҙарҙы, төрлө фекерҙәрҙе яҡлаған коллегаларымды аңлайым, сөнки бындай аҙымдар дәүләттең, атап әйткәндә, бизнестың өҫтәмә сығымдарына килтерә. Шуның менән бергә быны эшләү мөһим һәм кәрәкле, мөмкин булғанса тиҙерәк, һәм, әлбиттә, ҡаҙна мөмкинлектәренә ярашлы эшләү зарур тип уйлайым», — тине Владимир Путин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть