Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт бейеүе йондоҙо Рәшиҙә Туйсина юбилейын сәхнәлә билдәләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республикабыҙҙа танылған бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙан артисы һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Туйсина ҙур юбилейын билдәләй.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге  дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Балҡып тора таңдарым!..» исемле концерт программаһын тәҡдим итә. Байрам концерты Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдең ветераны Рәшиҙә Туйсинаның 75 йәшлек юбилейына арналған. Программала ғәскәровсылар һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша.

Башҡорт бейеүе йондоҙо Рәшиҙә Туйсинаның юбилей кисәһе 18 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть