Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

2017 йыл өсөн журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүәселәр билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы 2017 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, түбәндәге дәғүәселәрҙе конкурста ҡатнашыуға индерҙе:

Бәшәрова Зөһрә Әхмәтшәрип ҡыҙы, педагогик хеҙмәт ветераны. Ауыл эшсәндәре, яҡташтары, тарихы хаҡында мәҡәләләре өсөн «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде.

Беллендир Светлана Фаин ҡыҙы, «Ветеран Башкортостана» гәзитенең баш мөхәррире. «Уфа — Луганск. Дорога дружбы» очерктар серияһы өсөн «Ветеран Башкортостана» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Вәлитов Октябрь Кәли улы, философия фәндәре докторы, профессор. «Имена, которые не забыть…» китабы һәм «Кызыл таң» гәзитендә баҫылған аналитик мәҡәләләр серияһы өсөн «Кызыл таң» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Воронова Марина Сергеевна, «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе. Замандаштар образын тыуҙырғаны, уларҙың ыңғай ҡылыҡтары һәм эштәре тураһында мәҡәләләре өсөн «Стерлитамакский рабочий» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Ғизәтуллина Рәғиҙә Иштимер ҡыҙы, Архангел районы «Инйәр» гәзите редакцияһының хаттар бүлеге мөдире. Заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәргән мәҡәләләре өсөн «Инйәр» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Данилов Александр Леонидович, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы фотохәбәрсеһе. Ошо баҫмала фотоэштәр серияһы өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы тарафынан тәҡдим ителде.

Ишморатова (Аралбаева) Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе. Республика мәҙәниәте, сәнғәте һәм Башҡортостандан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тураһында мәҡәләләр серияһы өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Күзбәков Фәнил Тимерйән улы, Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры. Башҡорт журналистикаһына, туған тел яҙмышына, тәбиғәт ҡомартҡыларын, матди һәм рухи байлыҡты һаҡлауға, йәш быуынды тәрбиәләүгә арналған мәҡәләләре өсөн Белорет районы «Урал» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улы, журналистика ветераны. «Йондоҙҙар балҡышы» һәм «Хәрби яҡташтарыбыҙ — илебеҙ ғорурлығы» китаптары өсөн. Автор үҙе тәҡдим иткән.

Таһиров Эдуард Йософ улы, журналистика ветераны. «Этюды о друзьях, коллегах, соратниках» китабы өсөн «Көйөргәҙе» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Толомғужин Зөфәр Ғәли улы, журналистика ветераны. «Йәшәү өсөн көрәш» китабы өсөн «Салауат» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Вәлиәхмәтов Валерий Ғәлиәскәр улы, Чепикова Марина Анатольевна, Ҡусҡарбәкова Светлана Николаевна, Шәрәфетдинов Айрат Ҡәниф улы составында «Софалю» ижади коллективы. «Предпринимательство Уфы: факты, события, люди» китабы өсөн «Панорама Башкортостана» журналының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Калугин Игорь Дмитриевич, Булавина Татьяна Михайловна, Мостафина Гөлсөм Нурислам ҡыҙы составында «Белорецкий рабочий» гәзите редакцияһының авторҙар коллективы. «Образы современников» темаһына мәҡәләләр серияһы өсөн авторҙарҙың ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2017 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Үҙ фекерегеҙҙе, тәҡдимегеҙҙе һәм иҫкәрмәләрегеҙҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио программалары йәки түбәндәге адрес буйынса хат аша еткерергә мөмкин: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, Башҡортостан Журналистар союзы. Телефон-факс: 276-42-66. Эштәрҙе тикшереү 25 сентябргә тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть