Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан — инициативалы бюджетлауҙы үҫтереүҙә иң яҡшылар араһында

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Финанс министрлығы граждандарҙы инициативалы бюджетлау механизмдарына йәлеп итеү йомғаҡтары һәм бюджет системаһының асыҡлығын арттырыу һөҙөмтәләрен тикшереү йомғаҡтары буйынса «Инициативалы бюджетлауҙы үҫтереү» номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Республика вәкилдәре Мәскәү финанс форумының «Асыҡ бюджет һәм инициативалы бюджетлау — ҡаҙна сығымдарының һөҙөмтәлелеген арттырыу ҡоралдары» панель сессияһында ҡатнашты. «Бындай ҡоралдар халыҡтың фекерен иҫәпкә алып бюджет сығымдарының өҫтөнлөгөн билдәләү, асыҡ бюджет мәғлүмәттәрен ғәмәлдә файҙаланыу, йәмәғәт контролен бойомға ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр асырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан халыҡты күпләп йәлеп итеү һәм инициативалы бюджетлауҙы үҫтереү алымдарының институциональ төрлөлөгө йәһәтенән айырылып торҙо», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть